

Шашка – логик фекерләүҙе үҫтерә
Үҫмерҙәр шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә ярышты
Өфөнөң "Башҡортостан" үҙәк шашка клубында, үҫмер балалар араһында урыҫ һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә спорт ярыштары үтте.
Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған чемпион үҫмерҙәр Сафия Танһыҡҡужина менән Илдар Ғиләжев, Ишембай, Баймаҡ шашка клубы ағзалары шашка буйынса көс һынашты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы.
–Шашка – логик фекерләүҙе үҫтереүсе үҙенә күрә ауыр ғына спорт төрө. Уйын ҡағиҙәләре ябай ғына булғанға анһат ҡына күренә һымаҡ. Ул баҫылып эшләүҙе, күнеккәнлекте талап итә. Яңы ғына уйнай башлаған балалар уйынды бик ҡатмарлы тип уйлай. Шашка клубында балалар уйларға өйрәнә, аҡыл үҫешенә, уҡыуға ярҙам итә. Беҙҙең клубта шөғөлләгән, хәҙер инде оло йәштәге ағай-апайҙар, “шашка беҙгә тормошта маҡсат ҡуйырға һәм шуға ынтылырға, уңышҡа өлгәшергә бик тә ярҙам итте, тиҙәр. Еңелгән хәлдә лә үҙеңдең хаталарыңды анализлап, башҡаса уға юл ҡуймаҫҡа, бер нәмәгә ҡарамай маҡсатыңа барырға өйрәтә был шәп спорт уйыны. Тормоштоң бына шундай мини-моделе: кеше бәләкәй таҡтанан үҫмер һәм бәлиғ булған тормошҡа проекциялана, – тине Шашка буйынса Рәсәй чемпионы, тренер Ольга Александровна Беллер.
Дүрт йәштән шашка уйнарға дәртләнә Сафия Танһыҡҡужина. Ә алты йәштән ныҡлап шөғөлләнә башлай. “Атай-әсәйем донъяға билдәле шашкасылар. Уларҙың шашка уйнауын күреп, мин дә илһамланып киттем. Балалар баҡсаһынан алып дуҫлашҡан, мәктәптәге дуҫтарымды ла алып килдем шашка клубына. Бергәләшеп уйнауы ла күңелле. Бөгөнгө ярышҡа бик тә һәләтле балалар йыйылған. Шашка ул минең өсөн иң беренсе – спорт, мауығыуым, эшем. Эшем тип әйтәм, сөнки призлы урындар алыусыларға Рәсәй (12 мең һум), Европа (18мең һум), Донъя (20 мең һум) ярыштарында ҡатнашыу өсөн ай һайын стипендия бирелә. Польшала үткән Донъя кимәлендә һәм Рәсәй ярыштарында бер нисә тапҡыр призлы урындар яуланым,” – ти, Республика Башлығы стипендианты,спорт мастерлығына кандидат 11 йәшлек Сафия Танһыҡҡужина.
Шашка клубы ағзаһы, Төркиәнең Алания ҡалаһында үткән үҫмерҙәр араһында Урыҫ шашкаһы буйынса донъя беренселегендә классик программала Илдар Ғиләжев 11 йәшкә тиклемге балалар араһында яңыраҡ ҡына еңеүсе булды.
Биш йәштәр тирәһендә, әсәһе менән паркта йөрөп ятҡанда, Илдар шашка уйнағандарын күреп ҡала. Шунда уҡ Шашка клубына яҙыла.
–Тренерым Ольга Александровна Беллер. Йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Айгөл Илдус ҡыҙы Иҙрисова, урыҫ шашкаһы буйынса Янис Әлфир улы Сафин менән шөғөлләнәм. Мәктәптә тик “биш”ле билдәләренә генә өлгәшәм. Республика Башлығы стипендиантымын, спорт мастерлығына кандидат. Йөҙөү буйынса түңәрәккә лә бик теләп йөрөйөм. Шулай ҙа бик күп ваҡытымды шашкаға бүләм,– ти әлеге мәлдә Рәсәй, Европа һәм Донъя чемпионы Илдар Ғиләжев.
Баймаҡ ҡалаһынан биш тапҡыр Рәсәй чемпионы Самира Хәсәнова шашка уйыны менән балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк ҡыҙыҡһына. Уның тәүге уңыштарын тәрбиәсеһе күреп ҡала. Мәктәптә уҡығанда шашка ярыштарына йөрөй башлай. Тәүге уңыштарына нигеҙ һалыусы Зилә Йәноҙаҡ ҡыҙы Вилданова булһа, әлеге мәлдә Урал аръяғының шашка буйынса абсолют чепионы Зөфәр Абдулла улы Зөбәйеров Самираны ярыштарға әҙерләүсе тренеры. Самира шашка уйынында Рәсәйҙә һәм Урал аръяғында иң көслө уйынсы һанала.
–Мәктәптә тик “биш”ле билдәләренә генә өлгәшәм. Волейбол, йөҙөү менән шөғөлләнәм, йырларға яратам. Тиҙҙән Минскиҙа үтәсәк ярыштарға әҙерләнәм, – ти, Башҡортостан Республикаһы беренселегенә үткән спорт ярыштарында еңеүгә ҙур өмөттәр бағлаған Самира.
Өфөләге 160-сы лицейҙың кадет класы 7-се синыфы уҡыусыһы София Вәлишина ла биш йәштән шашка уйнай. Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша. Күп тапҡыр республика һәм ҡала ярыштарында призер була. Яңыраҡ “Спорт мастерына кандидат” исеменә нормативты үтәй. Тренерҙары О.А. Беллер һәм Михаил Викторович Пекерский. Район ауылдарында шашка спортын популярлаштырыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы шашкасы ҡыҙ параллель рәүештә музыкаль мәктәптә лә белем ала.
Ишембай ҡалаһының йәш спортсыһы 11 йәшлек Софья Степанова, абсолют чемпион булды әлеге ярышта. Ул өс: классик, рапид һәм блиц программаларында ла еңеп, өс алтын миҙалға лайыҡ булды! Ишембайҙың шашка буйынса спорт мәктәбе тренеры Янис Әлфир улы Сафин үҙенең тырыш уҡыусыһы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди, унан һуң Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназия-интернатында белем алыусы, уҡыу йортон миҙалға тамамлаусы Айгөл Илдус ҡыҙы Иҙрисова, билдәле шашкасы, донъя чемпионатының Халыҡ-ара гроссмейстеры. Айгөл Илдус ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы беренселегенә ярышында беренсе тапҡыр иң баш судья.
–Ярыштар 9, 14-17 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар һәм 20 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында үтте. Өс программала: классик, тиҙ, блиц программаларында ярышты балалар. Биш көн эсендә балалар төрлө еңеүҙәр яулап, күп кенә миҙал комплекттарын бүлешеп алдылар.
Беренсе өс урындар яулаусы уйынсылар Рәсәй беренселегенә барырға мөмкинселек алды. Улар Башҡортостан йыйылма командаһына инәсәк. Унан киләһе йылға Башҡортостаныбыҙ исеменән уйнарға Рәсәй беренселегенә барасаҡ.
Судьяларға ярҙам итеп, балалар ярышҡанын ситтән генә күҙәтә торғайным. Был ярышта мин беренсе тапҡыр шундай яуаплы эштә. Балалар бик тырышып, ҡыҙыҡһып уйнаны. Күҙҙәре янып ултырҙы. Шашка клубы ағзалары Өфө, Ишембай, Баймаҡ балалары көн дә шашка буйынса яратып дәрестәргә йөрөй, өйгә эштәрен эшләй, ярышта ла миҙал яулау өсөн тырышалар. Уларҙың эмоциялары шунда уҡ тышҡа сыға: еңелһәләр – илайҙар, ә еңеүҙәренә ихлас шатланалар. Балаларҙың таҡтала уйнағанын ғына күҙәтмәйем, ә эмоциональ хәлдәрен белер өсөн уларҙың йөҙҙәренә ҡарарға ла яратам.
Өфө һәм Ишембай ҡалаһы шашка клубы спортсылары миҙалды күберәк яуланы. Сөнки был ике ҡалала шашка мәктәптәре бик үҫешкән һәм тарихтары ла оҙон. Тренерҙары ла, шулай уҡ шөғөлләнгән балалар ҙа күп. Ә Баймаҡта бер генә бөртөк йондоҙобоҙ үҫеп килә – Самира Хәсәнова. Баймаҡ тирәһендә уның бөтөнләй конкуренттары юҡ, – тине йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, республика кимәлендәге ярыштың баш судьяһы Айгөл Илдус ҡыҙы. Шашка менән ул да алты йәштән, гимназияла уҡығанда параллель рәүештә Ишембай шашка спорт клубында шөғөлләнә башлай. Унан һуң 1999 йылда барлыҡҡа килгән Ишембайҙың Рәсәйҙә беренсе профессиональ шашка клубында тәрбиәләнә. 2011 йылға тиклем Ишембайҙың”Сатраш”, унан Өфөнөң “Юность”, әлеге мәлдә Үҙәк шашка клубтары өсөн сығыш яһай.
Башҡортостанда шашка спортының ниндәй кимәлдә булыуын күрһәткән бик матур сара еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Үҫмер чемпиондар иҫтә ҡалырлыҡ тағы ла бер матур ваҡиға шаһиты булды. Бала саҡтың сағыу тәьҫораттарын ҡалдырған ошондай мәлдәр беҙҙең йәш шашкасыларҙы киләсәктә ҙур еңеүҙәргә илтһен.
Зөбәржәт Яҡупова.