-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2023, 10:53

Искәндәр карате буйынса «алтын» яуланы

Искәндәр Басареев Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр бөтә стилдәге карате буйынса «алтын» яуланы. Ҡотлайбыҙ!

Искәндәр карате буйынса «алтын» яуланы
Искәндәр карате буйынса «алтын» яуланы

Башҡортостан спортсыһы Искәндәр Басареев республика тарихында тәүге тапҡыр бөтә стилдәге карате буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы. Ярыштар Орел ҡалаһында бара.

Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, финал алышында Стәрлетамаҡ егете Искәндәр Басареев республикабыҙҙың тағы бер вәкиле Рөстәм Ермаков менән көс һынашты. Алыш Искәндәрҙең еңеүе менән тамамланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ «Башинформ» Азалия Әминеваның Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатының ярымфиналына сығыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-11-07/iskandar-basareev-prines-pervoe-v-istorii-bashkirii-zoloto-po-vsestilevomu-karate-3510266

Автор:Ләйсән Закирова
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор: "Башинформ"
Читайте нас