Өфөлә 17-19 ноябрҙә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры була. Республикаға идара итеү үҙәгенең Спорт министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, ярыштар өсөнсө тапҡыр ойошторола.
18 ноябрҙә «Динамо» спорт комплексында сараны асыу тантанаһында Рәсәйҙең 24 төбәгенән 250 спортсы ҡатнаша.
«Ике көн буйына 17-19 йәшлек көрәшселәр араһында 10 ауырлыҡ категорияһында миҙалдар уйнатыла», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр турнирға 140 көрәшсе килгәйне, уларҙың 64-Башҡортостан намыҫын яҡланы. Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында генерал Артур Әхмәтхановтың тыуыуына 61 йыл тулыу уңайынан уны хөрмәтләп иҫкә алдылар.