+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ноябрь 2023, 20:02

Искәндәр алтын миҙал яулаған

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9 А синыфы уҡыусыһы Искәндәр Янбаев оло еңеүгә өлгәшкән.

Искәндәр алтын миҙал яулаған
Искәндәр алтын миҙал яулаған
Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9 А синыфы уҡыусыһы Искәндәр Янбаевты 2023 йылдың 10-15 ноябрендә Павлодар ҡалаһында (Ҡаҙағстан) үткән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында шашка буйынса асыҡ халыҡ-ара фестивалендә яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ.
Искәндәр классик программала - алтын, тиҙ уйнау буйынса көмөш миҙал яуланы. Искәндәрҙе һәм уның тренеры Мельников Александр Павловичты иҫ киткес еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Яңы һәм сағыу еңеүҙәр!
Искәндәр алтын миҙал яулаған
Искәндәр алтын миҙал яулаған
Автор:
Читайте нас: