+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь 2023, 09:06

Мәскәүгә барып еңдек

"Салауат Юлаев" хоккей командаһы Мәскәүҙең ЦСКА хоккейсылары менән сәкән киҫеште.

Мәскәүгә барып еңдек
Мәскәүгә барып еңдек

25 декабрҙә "Салауат Юлаев" хоккей клубы Мәскәүҙең ЦСКА командаһы менән сәкән киҫеште. Осрашыу Өфө командаһы файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамлана.

Юлаевсылар өсөнсө осорҙа сиренаға 35 секунд ҡалған мәлдә иҫәпте тигеҙләп, ә һуңынан овертаймда дүртенсе шайбаны индерә.

Киләһе уйынын беҙҙең команда 28 декабрҙә Сочиҙа үткәрә, ә 30 декабрҙә Ҡазанда "Аҡ Барс" менән осрашасаҡ.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: