"Салауат Юлаев" структураһына ингән "Толпар" йәштәр клубының 37 хоккейсыһында эске тикшереү ваҡытында допинг табыла. Был хаҡта Baza телеграм-каналы хәбәр итә.
Ресурста һөйләүҙәренсә, бер нисә көн элек "Толпар" эше буйынса антидопинг комитеты ултырышы үтте. Хоккейсыларҙың күбеһе рөхсәт ителмәгән препаратты уларға физкультура буйынса тренеры биргән тип белдерә. Тренер үҙе бер ниндәй ҙә легаль булмаған өҫтәмәләр ҡулланмауын раҫлай, ә бөтә БАД-тар команда табибы менән килешеп эшләнә. Шул уҡ ваҡытта клубтың башҡа хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 2023 йылдың яҙында башланған тикшереүгә тиклем үк табип генераль директорға тренерҙың хоккейсыларға контролдән тыш таблеткалар һәм БАД-тар биреүенә зарлана.
Клуб етәкселеге үҙ сиратында, спортсыларҙың организмына допинг "диверсия" арҡаһында эләккән, тип иҫәпләй. РУСАДА Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлығында бындай версияны нигеҙһеҙ тип һанайҙар: уйынсыларҙың анализдарында препаратты даими ҡулланыуы асыҡлана.
фото: "Толпар" хоккей командыһы сайтынан