+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль , 21:19

Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!

Өфө районының Шамонин мәктәбендә джиу-джитсу  менән шөғөлләнеүсе, ҙур уңыштарға өлгәшеүсе егеттәр уҡый. 

Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!

Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Арыҫлан Айытҡужин алты йәше тулыр-тулмаҫтан джиу-джитсу менән шөғөлләнә башлай. Тик “биш”ле билдәләренә генә өлгәшкән егет мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Математика, физкультура дәрестәрен көтөп ала. Буш ваҡыттарында дуҫтары менән аралашып, футбол уйнарға, китап уҡырға ярата.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Егет тә шундай уҡ фекерҙә. Шуға ла һәр яҡлап үҫешергә тырыша. Инглиз телен тәрәндән өйрәнә. Атта ла һыбай елдерә. Бассейнда балыҡ кеүек йөҙә. Киләсәктә төрлө яҡлап үҫешкән, көслө рухлы, маҡсатлы, уңышлы кеше булып үҫергә хыяллана. Ә киләсәк һөнәренә килгәндә, ул теүәл фәндәр менән бәйле булыр, ти егет. Шулай уҡ спортты ла ташларға уйламай.
Шамонин мәктәбендә джиу-джитсу буйынса яҡшы тренер Динис Зәки улы Ғәзизов эшләй. Тәжрибәле тренер үҙе лә күп ярыштарҙың еңеүсеһе, призеры. Балалар Башҡортостанда ғына түгел, Республика буйлап ярыштарға күп йөрөй. Джиу-джитсу буйынса Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһап, Арыҫлан да бик күп миҙалдар яулап ҡайта. Уның коллекцияһында иң мәртәбәле миҙалдары әлегә ошолар.
Егеткә джиу-джитсу менән шөғөлләнергә бик тә оҡшай. Физик яҡтан да нығынырға, характерҙы ла сыныҡтыра, дисциплина тәрбиәләй. Шулай уҡ еңеүҙәрҙе лә, еңелеүҙәрҙе лә дөрөҫ итеп кисерә белергә өйрәтә, - ти Арыҫлан Айытҡужин.
Мәктәбебеҙҙә Рәшит ағаһы менән бергә джиу джитсу һәм грэпплинг түңәрәгенә өс йыл рәттән йөрөүсе Таһир Ғәппәсов та уҡый. Ул күп балалы ғаиләнән. Тренерҙары Денис Зәки улы Ғәзизов үҙе шәмәхә төҫөндәге билбау эйәһе, Европа һәм Рәсәй чемпионы булараҡ, балаларға ҙур үрнәк булып тора.
Иң юғары ярышта- Донъя чемпионатында ҡатнашыу Таһирға ҙур уңыш килтерә. Тәүге ярышта ул 3-сө урын яулаһа, һуңғыһында өс алтын миҙал ала. Таһир спорт көрәше буйынса үҫмерҙәр араһында 1-се разрядлы көрәшсе. Һәр бер ярышҡа бар көсөн һалып әҙерләнгән егет, тренеры менән техника, тактик көрәш өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй.
"Шамон Якудзаһы" командаһы менән Санкт Петербург, Екатеринбург, Ҡаҙан, Краснодарҙа булдылар. 2023 йылда Дағыстанға Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Арсен Шапиевҡа күнекмәгә барҙылар.
Таһир буш ваҡытында бассейнға, инглиз түңәрәгенә йөрөй. Ҙур ғаилә шулай уҡ театр һөйә.
Таһирҙың әсәһе Шәүрә Ғәппәсова әйтеүенсә, ошо көрәш менән шөғөлләнеүе улының уҡыуына бик һәйбәт тәьҫир итеп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итә. Таһирҙың уҡыуы ла һәйбәт, дисциплинаға ла ҙур йоғонто бирә.
Киләсәген программалау йәки идарасы менеджер итеп күҙаллай егет.
Батыр егеттәребеҙгә уҡыуҙарында уңыштар, яңы еңеүҙәр, яҡты киләсәк теләйбеҙ!
Гөлнира Аҡбулатова,
Өфө районының Шамон мәктәбе уҡытыусыһы.

Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Ҡыйыу башҡорт батырҙары бында тәрбиәләнә!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: