+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль , 18:52

"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Кем кемде?

Әле генә "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" командаһы менән "Аҡ барс" хоккейсыларының осрашыуы тамамланды. Был миҙгелдә улар алтынсы тапҡыр сәкән киҫеште.  

"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Кем кемде?
"Салауат Юлаев" - "Аҡ барс". Кем кемде?

Бөгөн Өфөлә "Салауат Юлаев" менән Ҡазандың "Аҡ Барс"ы араһында КХЛ даими чемпионаты матчы үтте. "Йәшел дерби" осрашыуы Өфө хоккейсыларының 2:1 иҫәбе менән еңеүе менән тамамлана.

Уйында иҫәпте 10-сы минутта "Ак Барс" аса. Өфө голкиперы Александр Самонов Ҡазан форварды Артем Ғәлимовтың һөжүмен кире ҡаға алманы (0:1). Икенсе осор башында Александр Хмелевский иҫәпте тигеҙләй (1:1). Уйын тамамланыуға дүрт минут ҡалғас, "Салауат Юлаев" алға сыға. Даниил Огирчук юлаевсылары алға сығара (2:1). Осрашыуҙын аҙағына тиклем "Аҡ Барс" уйынды овертаймға күсерә алмай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Салауат Юлаев менән Аҡ Барс 2023 йылдың 30 декабрендә Татарстандың баш ҡалаһында осрашты. Ҡаршылашыу майҙан хужаларының еңеүе менән тамамланды (3:2). Бынан алда "Салауат Юлаев" өйҙәге уйындар серияһында Питерҙың СКА командаһынан (3:4) еңелде һәм баш ҡаланың ЦСКА командаһын (2:0) еңде.

Фото: hcsalavat.ru 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: