+24 °С
Ямғыр
Спорт
26 Февраль 2024, 13:21

«Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн көрәштең беренсе раундында «Трактор» менән уйнай

«Салауат Юлаев»тың үҙ майҙанындағы тәүге ике уйыны 29 февралдә һәм 2 мартта була.

«Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн көрәштең беренсе раундында «Трактор» менән уйнай«Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн көрәштең беренсе раундында «Трактор» менән уйнай
«Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн көрәштең беренсе раундында «Трактор» менән уйнай

Был аҙнала Гагарин кубогының плей-офф уйындары башлана. «Салауат Юлаев» беренсе раундты Силәбенең «Трактор»ы менән үткәрә.

«Салауат Юлаев»тың үҙ майҙанындағы тәүге ике уйыны 29 февралдә һәм 2 мартта була. 4 мартта һәм 6 мартта «юлаевсылар» Силәбелә уйнай. Һуңынан, әгәр талап ителһә, ҡалған өс осрашыу 8 мартта (Өфөлә), 10 мартта (Силәбелә) һәм 12 мартта (Өфөлә) үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Салауат Юлаев»тың плей-офтағы уйындары «Адмирал» менән башланды. Моряктарға ҡаршы уйнағанда «юлаевсылар» Континенталь хоккей лигаһының төп бүләге өсөн көрәштән төшөп ҡалды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-02-26/salavat-yulaev-v-pervom-raunde-borby-za-kubok-gagarina-sygraet-s-traktorom-3657357

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото: Валерий Шахов
Автор:"Башинформ"
Читайте нас