+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Февраль , 22:27

"Салауат Юлаев" - "Трактор". Плей-офф. Беренсе уйын

Юлаевсылар тырышты былай, ләкин "Трактор" бирешмәне.

"Салауат Юлаев" - "Трактор". Плей-офф. Беренсе уйын
"Салауат Юлаев" - "Трактор". Плей-офф. Беренсе уйын

"Салауат Юлаев" плей-оффтың беренсе матчында Силәбе "Трактор"ына 3:2 иҫәбе менән отола.

Беренсе осорҙоң бишенсе минутында Силәбеләр иҫәпте аса. Икенсе осорҙоң туғыҙынсы минутында ҡунаҡтар өҫтөнлөгөн ике тапҡырға арттыра. Осорҙың 18-се минутында Данил Башкиров Николь Мелош һәм Александр Шаровтың юлаевсылар артта ҡалыуын ҡыҫҡарта. Ике минуттан да кәмерәк ваҡыт үткәс, Михаил Науменков Джош Ливо һәм Павел Коледов 2:2 иҫәбен ҡуя. Науменков ташлауы менән эпизодта "Трактор"дың голкиперы Зак Фукале шайба ҡапҡаға инеп киткәнсе үк ҡапҡаны күсерә, әммә судьялар гол индерә. Өсөнсө уйын өлөшөнөң 18-се минутында "Трактор"ҙар өсөнсө шайбаны индерә. 

"Салауат Юлаев" - "Трактор" серияһындағы икенсе матч "Өфө-Арена"ла 2 мартта, урындағы ваҡыт буйынса 16:30 сәғәттә башланасаҡ.

фото: https://hcsalavat.ru/ 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: