"Салауат Юлаев" КХЛ плей-оффының беренсе раундының өсөнсө матчында "Трактор"ҙан 2:3 иҫәбе менән еңелде.
Серияның өсөнсө осрашыуы хужаларҙың 28-се секундта гол менән башлана. Шуға ҡарамаҫтан, өфөләр шайбаны һөжүм зонаһында һаҡлап ҡала һәм зәңгәр һыҙыҡтан бер нисә тапҡыр ташлай. Өфөләр һан яғынан өҫтөнлөктө файҙалана һәм гол моментын тормошҡа ашыра: Александр Хмелевский "Трактор"ҙың ҡапҡасыһын ота. Осор уртаһында силәбеләр тағы ла алға сыға, ә дүрт минуттан һуң өҫтөнлөктө икеләтә нығыта.
Икенсе осорҙа юлаевсылар әүҙем башлай. Хмелевский ҡапҡаға хәүефле һөжүм итә, әммә мәлде тормошҡа ашыра алмай. 26-сы минутта Евгений Тимкин һәм Чарльз Робинсон эләгешеп китә, әммә сағыу алыш килеп сыҡмай. Икенсе егерме минутлыҡтың уртаһында Иван Дроздов теүәл ташлау менән артта ҡалыуҙы ҡыҫҡарта.
Йомғаҡлаусы 20 минутлыҡта юлаевсылар 3 - 5 уйнай, әммә һаҡсыларҙың һәм ҡапҡасы Александр Самоновтың фиҙакәр уйыны хужаларға гол индерергә мөмкинлек бирмәй. Бынан һуң өфөләр тағы ла инициативаны үҙ ҡулына ала һәм оҙаҡ ваҡыт шайбаға хужа була, әммә иҫәпте тигеҙләй алмай. Һуңғы минуттарҙа юлаевсыларҙың тренерҙар штабы ҡапҡасыны һөжүмсегә алмаштыра. Тик иҫәп үҙгәрешһеҙ ҡала: 3:2.
Серияла иҫәп - 2:1. "Трактор" алға сыҡты.
6 март Силәбелә 4-се осрашыу буласаҡ. Башлана 19.00 сәғәттә.
фото: https://hcsalavat.ru/