+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Апрель , 13:22

Шашки буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтте

Быйыл был традицион ярыштарҙың республика этабы Өфөлә Конгресс-холда үтте. Еңеү өсөн республиканан мәктәп командалары көрәште.

Шашки буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтте
Шашки буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы үтте

Быйыл был традицион ярыштарҙың республика этабы Өфөлә Конгресс-холда үтте. Еңеү өсөн республиканан мәктәп командалары көрәште.
Рәсәй финалына ике юллама өсөн 22 команда көрәште. Ғәҙәттәгесә, көслө коллективтар Ишембай ҡалаһынан сығыш яһай. 1987 йылда был ҡала командаһы тарихи еңеү яулай. Ишембайҙар РСФСР беренселеген яулай һәм "Мөғжизә-шашка" бөтә союз финалында икенсе була. Хәҙерге шашкасылар быуыны элеккеләрҙең уңыштарын ҡабатларға ынтыла.
Башҡортостан спортсыларының "Мөғжизә-шашкалар"ҙағы уңыштары бының менән генә тамамланмай. Республикабыҙ коллективтары тағы ла өс тапҡыр: 2009, 2013 һәм 2014 йылдарҙа илдә иң яҡшыһы булды.
Ҡаты көрәштә "Мөғжизә-шашка" республика этабында еңеүҙе ишембайҙар яулай. 2-се мәктәп командаһы иң яҡшыһы була. Еңеүселәр командаһы өсөн Ринат Кирәев, Глеб Порошин, Софья Силяева һәм Злата Парахина уйнай.

Икенсе урында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы шашистары (Данир Баймырҙин, Илхан Байназаров, Ирхан Байназаров, Сафия Танһыҡҡужина).

Өсөнсө урын - Ишембайҙың 1-се гимназияның командаһы яулай (Егор Брайцев, Кирилл Скрынник, Ангелина Селезнева, Камилла Дауытова).

Финал Мәскәү өлкәһендә йәйге каникул ваҡытында үтәсәк.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: