Өфөлә баш ҡала хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнирға йомғаҡ яһалды. Уны һәр ваҡыттағыса ҡала көнөндә үткәрәләр. Быйыл күптәрҙең яратҡан турнирында республикабыҙҙан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә 100-гә яҡын көрәшсе ҡатнашты.
Был юлы абсолют еңеүсе исеменә Радик Сәләхов лайыҡ булды, тип хәбәр итте ҡала мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә. Еңеүсегә төп бүләктән — 450 мең һумлыҡ сертификаттан тыш, һарыҡ тапшырылды.