Башҡортостандан еңел атлет, Дыуан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Захар Неустроев Рәсәй беренселегендә ике тапҡыр еңеүсе булды. Йүгереү буйынса ярыштар Смоленскиҙа уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
Захар Неустроев 100 һәм 200 метрлыҡ араға йүгереүҙә беренсе булып килде.
Башҡортостан спортсылары еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегенән дүрт миҙал алып ҡайтты. Нефтекаманан Руслан Юдин һәм Карина Яншаева 3000 метр арауыҡта икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды.
Бынан алда Захар Неустроев, Карина Яншаева һәм Руслан Юдин Ульяновскиҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә наградалар яуланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.