-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 14:18

Алһыу Минәзова чемпион булды

Башҡортостандан Алһыу Минәзова ишкәкле слаломдың яңы дисциплинаһында чемпион булды.

Алһыу Минәзова чемпион булды
Алһыу Минәзова чемпион булды

Башҡортостан спортсыһы Алһыу Минәзова йәнә ишкәкле слалом буйынса Рәсәй чемпионы булды. Ул ишкәкле слаломдың яңы «спринт-уҙыш» категорияһында алтын миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан.

Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһенең Богородск ҡалаһында «Иң көслөләр кубогы» Бөтә Рәсәй старттарында ҡатнашты. Спортсылар тәүге тапҡыр конкурстан тыш программала яңы «спринт-уҙыш» арауығын үтте.

Алһыу Минәзова ҡатын-ҡыҙҙар араһында каноэла яңғыҙ йөрөүҙә беренсе булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-07-25/alsu-minazova-iz-bashkirii-stala-chempionkoy-v-novoy-distsipline-grebnogo-slaloma-3861304

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас: