Башҡортостан спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө тапҡыр еңеүсе булды. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Әле генә 75 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында финал осрашыуы тамамланды. Яҡташыбыҙ Эрнест Омск өлкәһенән Семён Грачевты 2:0 иҫәбе менән еңде. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Эрнест — Башҡортостан физик культура институты студенты, ул июндә үткән БРИКС илдәре уйындарында ла еңеү яуланы. Бөгөн иһә өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды», — тип яҙҙы министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.