V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында яҡташыбыҙ көмөш миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Астанала Баймаҡ уҡсыһы Ғәфүр Рахманғолов икенсе урынға лайыҡ булды. Ул «традицион уҡтан атыу» дисциплинаһында еңеп сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан спортсылары «ҡаҙаҡ көрәше»ндә ике миҙал алды.
Рәсәй йыйылма командаһының йәмғеһе утыҙ ете миҙалы бар, ун дүртен Башҡортостан спортсылары яуланы.
8 сентябрҙә Астанала Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары башланды. Ярыштар 13 сентябрҙә тамамлана. Турнирҙа илебеҙҙән 209 спортсы ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһы һан яғынан икенсе урында, уның составында 26 спортсы.