“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале быйыл да Баймаҡ районында икенсе тапҡыр гөрләп уҙҙы. Унда Ирәндек мәргәне, Ауҙарыш, Ылаҡ уйындары “Тай-тулаҡ” ат спорты ярыштары үтте. Хәҙер инде был спорт төрҙәре Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йылдам үҫеш ала бара. Фестивалдә лә улар үҙ янына бихисап тамашасыһын йыйҙы. Был уйындарҙын икәүһе хаҡында һүҙебеҙ.
Ауҙарыш
Был уйын һыбайлыларҙан эйәрҙә ныҡлы ултырыуҙы талап итә. Ауҙарыш махсус майҙанда үтә. Билдәренә таҫтамал ураған ике һыбайлы егет бер-береһен шул,
таҫтамалынан һөйрәп-тартҡылап, эйәр өҫтөнән ҡолатырға тырышып, айпаша. Кем аттан дәғүәсеһен һөйрәп
төшөрә, шул еңеүсе була.
Хәҙерге көндә ауҙарыштың бер нисә ҡағиҙәһе бар. Уйын 15 минут бара. Бәйгеселәр өс ауырлыҡ категорияһында көс һынаша: бәләкәй ауырлыҡ – 65 килограмға
тиклем, уртаса ауырлыҡ кәүҙә ауырлығы 80 килограмға тиклем, ҙур ауырлыҡ – 80 килограмдан ашыу булған көрәшселәрҙе үҙ эсенә ала.
Әгәр уйын барышында еңеүсе билдәләнмәһә, еңеүсене асыҡлау өсөн өс минутлыҡ тәнәфестән һуң биш минут өҫтәмә уйын ваҡыты бирелә.
Бәйге һөҙөмтәһе ошолай билдәләнә: бәхәсһеҙ еңеү өсөн өс мәрәй, әүҙем көрәш өсөн ике мәрәй, һүлпән көрәш өсөн штраф мәрәйҙәр бирелә.
Уйынсыларға дәғүәсеһенә йәки уның атына һуғыу, уның башынан, сәсенән йәиһә аттың эйәренән тотоп алыу, ҡулын ҡайырыу, өҫтөнә аттың теҙгенен ташлау
тыйыла.
Ылаҡ («Күк бүре» йәки «Кәзә тартыш»)
Уйынсы, ат өҫтөндә сабып барған килеш кәзә түшкәһен (ылаҡты) ерҙән эләктереп алып, йәки дәғүәсеһе ҡулынан тартып алып, икенсе команданың
уйынсыларына бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур ҡаҙанға ырғытырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта кәзә түшкәһе урынына тығыҙ тултырылған тоҡ
файҙаланыла.
Уйын 200-гә 70 метр ҙурлыҡтағы асыҡ ерҙә уҙғарыла. Уйын майҙанының уртаһына 6 метр диаметрлы түңәрәк һыҙыла, ярыш башланыр алдынан унда кәзә
(ылаҡ) түшкәһен һалып ҡуялар. Һәр ярышыусы команданың үҙенең «ҡаҙаны» бар, элек ул тай ҡаҙаны булһа, хәҙер – һыҙып билдәләнгән түңәрәк.
Уйында һәр команданан бер ваҡытта дүртәр егет кенә уйнай. Уйынсыларҙың бер-береһе менән алмашырға һәм хатта аттарын да алмаштырырға хоҡуҡтары бар.
Аттарҙың эйәр-өпсөнөнә лә талаптар бар: йүгән металл биҙәк менән биҙәлмәҫкә, ә өҙәңге шыма булырға тейеш. Ҡаҙаҡлы дағалы аттарҙы ярышта ҡатнаштыр-
майҙар.
Егеттәрҙең хәрәкәттәрен уйын майҙанындағы арбитрҙан һәм уның ике ярҙамсыһынан торған судьялар коллегияһы күҙәтә.
Кем кәзә түшкәһен ҡаршы яҡтың “ҡаҙанына” күберәк ташлаһа, шул еңеүсе була. Үҙенең командаһы өсөн иң күп мәрәй йыйған һыбайлы ярыштың шәхси еңеүсеһе булып иҫәпләнә.
Борон-борондан был уйындар үҙенә күрә хәрби тренировка ла булып торған: йәш егеттәр ысын һуғыш шарттарында һыбай килеш алышырға һәм аттар менән
идара итергә өйрәнгән.