Башҡортостандың йәш бадминтонсылары Пермдә уҙған «Кама буйында көҙ» Бөтә Рәсәй ярыштарынан еңеү менән ҡайтты.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов спортсыларҙың биш алтын миҙал яулауы хаҡында хәбәр итте. Полина Петрова (ике тапҡыр), Данил Неганов, Иван Меркушов һәм Мартина Мартынова республика намыҫын лайыҡлы яҡланы.
Башҡортостан бадминтонсылары командаһы иҫәбендә бөтәһе 20 миҙал. «Алтын»дан тыш, спортсылар биш көмөш һәм ун бронза миҙал менән бүләкләнде.