+11 °С
Облачно
Спорт
18 Октября 2024, 06:34

Башҡортостан спортсылары Өфөлә бокс турнирында еңеү яуланы

«Сағыу алыш Башҡортостан спортсыларының абсолют еңеүе менән тамамланды», – тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.    

Башҡортостан спортсылары Өфөлә бокс турнирында еңеү яуланыБашҡортостан спортсылары Өфөлә бокс турнирында еңеү яуланы
Башҡортостан спортсылары Өфөлә бокс турнирында еңеү яуланы

«Сағыу алыш Башҡортостан спортсыларының абсолют еңеүе менән тамамланды», – тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.  

Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, БРИКС-2024 уйындары еңеүсеһе, АЛБА уйындары-2023 чемпионы Азалия Әминева Һиндостан вәкиле Радж Сахибаны еңде.

Данис Ғабдрафиҡов Камерундан Месси Элаймға (67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында) ҡаршы 6 раундлы алышта еңеүсе исемен яуланы.

Артур Собханғолов икенсе ярымеңел ауырлыҡта WBA Asia билбауына эйә булды. Ун раундлы рейтинг алышында яҡташыбыҙ Ҡытайҙан Лиу Венсонгты еңде.

«Тап Өфөлә, бөгөн, «Рәсәй – спорт державаһы» форумы асылған көндә, беҙ өсөнсө тапҡыр сағыу алыштар ойошторабыҙ. Барыһына ла яңы еңеүҙәр теләйем», – тине Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-10-17/sportsmeny-bashkirii-oderzhali-pobedy-na-bokserskom-turnire-v-ufe-3972116

Автор:Сергей Николаев
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас