+21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
26 Ноябрь 2024, 10:32

Мин белгән бөтөн туғандарым да - башҡорттар

Үткән йылдағы миҙгелдә СКА хоккей командаһында уйнаған Дамир Жафяров, Марат Хөснөтдинов һәм Марат Хәйруллин КХЛ-да мәрәйҙәр йыйыу буйынса лидер була. Барыһы ла татар-башҡорт егеттәре булғанға, шаяртып, уларҙы Чак-чак line тип атайҙар. Улар араһынан Марат Хөснөтдинов — башҡорт егете. Уның бөтөн туғандары ла Башҡортостандан.

Марат быйыл «Сочи»ҙа лидер позицияларында уйнай. Уйынсы менән НХЛ-да ла ҡыҙыҡһыналар. “Фамилияғыҙҙан күренеүенсә, һеҙҙә татар тамырҙары бар. Был шулаймы?” — тигән һорауға Марат былай тип яуап биргән:

— Мин белгән бөтөн туғандарым да — башҡорттар. Татарҙар  ураһында бер нәмә лә ишеткәнем юҡ. Ләкин был фамилия Татарстанда популяр икәнен беләм.

Хоккейсының туғандары Башҡортостанда йәшәй. Олатаһы менән өләсәһе Учалы районының Ҡолош ауылынан икән.

— Йылына бер-ике тапҡыр уларға барырға тырышам, тик йәй көнө генә юл төшә, — ти Марат Азамат улы. — Шулай уҡ Өфөгә «Салауат Юлаев» менән матчҡа килгәндә лә осрашабыҙ.

Быйыл йәй НХЛ-дың рәсми сайты лиганың һәр клубының проспекттары рейтингын баҫтырып сығара. Миннесотаның иң яҡшы проспекттары араһында Марат Хөснөтдинов өсөнсө урында тора.

— НХЛ-дан күҙәтеүҙәре өҫтәмә стимул булып тора, — ти Марат. — Үҙеңде күрһәтергә, тағы ла яҡшыраҡ уйнарға тырышаһың. Мин иң яҡшы өсәү иҫәбенә эләктем, хәҙер иң яҡшы беренселеккә ынтылырға

кәрәк.

Ә бөгөнгө тормошо хаҡында иһә М. Хөснөтдинов былай ти:

— Әле мин «Сочи» менән контракт төҙөгәнмен һәм бары тик шул клуб өсөн сығыш яһауға ғына иғтибар бүләм. Миҙгел тамамланғас, минең контракт та тамамланасаҡ. Әлегә артабан мин үҙемдең ҡайҙа буласағым тураһында уйланмайым.

Өмөтлө йәш башҡорт хоккейсыһына уңыштар теләйек!

Белешмә өсөн: Марат ХӨСНӨТДИНОВ. Амплуаһы: һөжүмсе. Тыуған көнө: 17 июль 2002 йыл. Тыуған урыны: Мәскәү

Ҡаҙаныштары: 16 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы (2017), 17 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында Донъя саҡырыу кубогы еңеүсеһе (2019), донъя юниорҙар чемпионатының көмөш призеры (2019), Глинка/Гретцки Кубогын яулаусы (2020), Харламов Кубогын яулаусы (2022), КХЛ аҙналығының иң яҡшы һөжүмсеһе (6 февраль 2023 йыл).

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: