-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 14:11

Юламан - ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы

"Спорт бала сағымдан минең ҡанымда”, – ти ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, Сибай егете Юламан Әбделғужин. Тормошон спортһыҙ күҙ алдына ла китермәгән ғаиләлә тыуып үҫкән кеше генә шулай тип әйтә алалыр. Йәш сағында спортсы булған өләсәһе, уҡытыусы ата-әсәһе балаларын да тыумыштан спортсы итеп тәрбиәләгән, йәғни Юламан ҡайҙандыр, кемдәндер күреп, кемгәлер эйәреп килмәгән спорт клубына.

Юламан - ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы
Юламан - ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы

2020 йылда Юламан ғаиләһе менән Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылынан Сибайға күсә. Әсәһенең кәңәше буйынса 13 йәшлек үҫмер Сибайҙа күп йылдар эшләгән һәм киң танылыу алған “Старая крепость” спорт клубындағы ММА секцияһында шөғөлләнә башлай. Асламбәк Джабраилов етәкселегендәге был клуб Сибайҙа ғына түгел, тотош республикала билдәле, ә тәрбиәләнеүселәрҙе бында үҙ балаларылай күрәләр, уларҙың ҡаҙаныштарына ысын күңелдән шатланалар, ғорурланалар.
Юламан клубҡа йөрөй башлағаны бирле тәжрибәле тренер Казбек Джабраилов ҡулы аҫтында шөғөлләнә. Спортсының еңеүенең яртыһы – тренерҙыҡы, тиҙәр бит. Уның күнектереү алымдары, тәрбиәләнеүсеһен еңеүгә дәртләндереүе, үҙ көсөнә, мөмкинлектәренә ышанысын нығытыуы һәм башҡа күп шарттар еңеүгә илтә спортсыны. Юламан төркөмдә лә шөғөлләнә, шәхси күнекмәләргә лә йөрөй. Уның ихтыяр көсө, рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, уңғанлығы һис шикһеҙ яңы еңеүҙәргә илтер.
Ҡатнаш көрәш оҫталығы буйынса Магнитогорскиҙа үткән Рәсәйҙең асыҡ беренселегендә Юламан илдең спорт мастерлығына кандидат норативын да үтәгән. Тимәк, бер юлы – ике ҡыуаныс.
Ни өсөн Юламан нәҡ ММА-ны һайлаған һуң? ММА, йәғни ҡатнаш көрәш, уны ҡырыҫ ҡатылығы, арсенал төрлөлөгө менән ылыҡтырған. Ҡатнаш көрәш оҫталары тай боксы, тхэквондо, самбо, көрәш, джиу-джитсу һәм башҡа алыш төрҙәренең элементтарын ҡуллана. Һөжүм һәм һаҡланыу техникаларының төрлөлөгө спорт майҙанында ғына түгел, тормоштағы хәүефле осраҡтарҙа ла ярҙам итә.
ММА – спорт ҡына түгел, ул күп һанлы көйәрмәндәрҙе ылыҡтырған шанлы тамаша ла. Донъяға танылған ММА көрәшселәре араһында Юламандың да кумирҙары бар. Улар – Американың данлы ҡатнаш көрәшселәре Нейт Диаз менән Тони Фергюсон.
Юламан киләсәк һөнәре итеп спортты һайлаған. Ул Сибай ҡалаһының Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге педагогия колледжының физик культура бүлегендә 3-сө курста уҡый. Спортта уны береһенән-береһе бейегерәк үрҙәр көтә. Спорт карьераһын тамамлағас, үҙе лә тренер булып китер, яңы йондоҙҙар яндырыр ул башҡорт батыры тип ышанабыҙ.
Юламандың яҡын дуҫы Дмитрий Пелагеин да ҡатнаш көрәш менән шөғөлләнә. Улар бер клубҡа йөрөй, төрлө ҡалаларҙа үткән ярыштарға ла бергә баралар, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып өйрәнгәндәр.
Ата-әсәһе, туғандары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, нефтсе булып эшләп йөрөгән ағаһы, 9-сы синыфта уҡып йөрөгән, рәссам булараҡ та уңыштар яулаған һеңлеһе, яҡташтары Юламандың уңыштарына шатлана, ғорурлана. Хәҙер инде республика ла уларға ҡушыла һәм яңы еңеүҙәр теләй.

Автор:Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас: