+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
7 Март , 11:27

Башҡортостан спортсылары уңыштар яулай

Командабыҙ джиу-джитсу буйынса Рәсәй беренселегенән еңеүҙәр менән ҡайтҡан. Силәбеләге был ярышта төрлө йәш төркөмөндә Валерий Афанасьев – алтын, Злата Мыльникова –  көмөш, Артур Ғасанов бронза миҙаллы булған.

Ә Йошкар-Ола ҡалаһында панкратион буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһы 79 миҙал яулаған! Шуның 39-ы – алтын, 16-һы – көмөш, 24-е – бронза. Артабан команда Новосибирск ҡалаһында Рәсәй беренселегендә сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостандан Ксения Шаронова фристайл буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булған.  Шунда уҡ, Ярославль өлкәһендә, фристайл буйынса Рәсәй беренселеге лә үткән. Унда “акробатика”  дисциплинаһында Алиса Алексеева – көмөш, Арина Муллағәлиева бронза яулаған. Ә “ҡатнаш төркөм акробатикаһы”нда Башҡортостан командаһы (Муллағәлиева Арина, Әйүпов Оскар, Хәкимов Илдар) бронза миҙаллы булған.

Башҡортостан спортсылары уңыштар яулай
Башҡортостан спортсылары уңыштар яулай
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: