+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
10 Март , 09:50

Күҙәмбәттәге еңеү

Ғәлиәкбәр ауылы урман-тауҙар араһында ята. Урман-тауҙың кейеге лә күп. Хәйер, ул яҡтан Бөрйәндең бөтә ауылдары ла оҡшаш, был төбәктә иркен далалар юҡ. Ҡыш көнө ауыл араһында йөрөгәндә саңғыға көс төшөүсән, йәғни бөрйәндәргә шәп саңғысы булырға Хоҙай үҙе ҡушҡан.

Күҙәмбәттәге еңеү
Күҙәмбәттәге еңеү

Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡыусылары спорттың айырым төрҙәрендә бик шәп. Баскетбол, волейбол, мини-футбол ярыштарында район ғына түгел, хатта төбәк, республика беренселектәрендә лә алдынғылар сафында йөрөйҙәр.
Тик быға тиклем нәҡ саңғы менән борсаҡтары бешмәне. Район ярыштарында гел артҡы урындарҙы алып ҡайталар ине. Ниһайәт, 2025 йылдың ғинуары ғәлиәкбәрҙәргә ҙур шатлыҡ алып килде: Бөрйәндең данлы Күҙәмбәт яланында район беренселегенә үткән саңғы ярышында улар беренсе урынды яуланы!
Ун бер команда ярыша. Араларында быға тиклем еңеүҙәр яулап килгән билдәле командалар ҙа була. Береһе лә ғәлиәкбәрҙәр иң алға сығыр тип уйламағандыр, әлбиттә. Ә улар, бөтәһен дә шаҡ ҡатырып, еңгән дә ҡуйған! 
Нисек улай? Ә сере ябай: физкультура уҡытыусыһы Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов менән башҡорт теле уҡытыусыһы Әбделвәхит Ғибәт улы Мөхәммәтов балаларҙы быйылғы ярышҡа ныҡлы әҙерләгән.
Был ике уҡытыусы Ғәлиәкбәр мәктәбе балаларын районда алға сығарыу маҡсатын ҡуя. Етди күнекмәләр үткәрелә, саңғыла йүгереү, дөрөҫ тын алыу техникаһы өйрәтелә. Уҡыусылар ҙа тырышлыҡҡа тырышлыҡ менән яуап бирә.
Тағы бер мөһим шарт – яңы саңғылар алынған. Ғәлиәкбәрҙә урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы уңышлы тормошҡа ашырылған. Ауыл хакимиәте башлығы Ә. С. Байғазина, ауыл депутаттары, ауылдаштар ярҙамында спорт залы һәр балаға етерлек саңғылар менән тәьмин ителгән, йәнә туптар, ярыш төрҙәре буйынса формалар, башҡа кәрәк-яраҡ алынған. Спорт залы йылы, таҙа, йыл әйләнәһенә балалар һәм ауыл йәштәре өсөн асыҡ.
Мәктәп етәксеһе С. С. Ишмөхәмәтова менән синыф етәкселәре лә спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ныҡлы иғтибар бирә. Ярыштарға балаларҙы мәктәп автобусы хәүефһеҙ алып йөрөй. Ҡыҫҡаһы, спорт еңеүҙәре өсөн бөтә тәүшарттар барлыҡҡа килгән.
28 ғинуар етә. Тулҡынландыра. Егерме кешелек Ғәлиәкбәр командаһының еңергә тип килгәнен команда ағзалары ла уҡытыусылары ғына белә. Ярышҡа балалар ярһып ташлана. Әммә уҡытыусыларының өйрәткәндәрен, тын алыу техникаһын да онотмай. Бөтә сослоғон, таһылын һалып елдерәләр. Һөҙөмтәлә, Ғәлиәкбәрҙең 6–7-се синыф уҡыусылары ярыштың еңеүсеһе була, ә 4-5-се синыфтар командаһы 2-се урынды ала.
“Ярышта ҡатнашҡан саңғысыларҙың барыһына ла афарин!” – тип уҡыусыларҙың еңеүенә шатлана Ғәлиәкбәр мәктәбе етәксеһе Сания Сабир ҡыҙы Ишмөхәмәтова.
Бынан ары саңғы юлдарында ярыш тәме һәм сәме ғәлиәкбәрҙәрҙе ташламаҫ, моғайын.

Автор:Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас: