Яратҡан командабыҙ яңы миҙгелгә ниндәй уйынсылар, ниндәй кәйефтәр менән килә һуң?
“СЮ” 2024/25 йыл миҙгелен бронза призер булып тамамлағайны. Әммә йәйге ялдар осоронда уның составы ныҡ үҙгәрҙе.
Иң шәп уйынсыбыҙ Джошуа Ливо китте. Өфө клубында ул ике йыл эшләне, хоккей һөйөүселәрҙе, команданың көйәрмәндәрен голдары менән ҡыуандырҙы. Юлаевсыларҙың миҙгел эсендә дәғүәсе ҡапҡаларына индергән сәкәндәре һанының сирек өлөшө – Ливоның эше.
Ливо ниңә китте? “Салауат Юлаев” клубының финанс хәле ныҡ ҡына хөртәйеүе тураһында төрлө баҫмалар күп яҙҙы. Ливо кеүек ҡиммәтле уйынсыларҙы тотоу ауырға төшә. Шул сәбәпле клуб “ҡиммәтле” уйынсыларҙан баш тартырға мәжбүр булды. Беҙҙән шәп уйынсыларҙан йәнә лә Шелдон Ремпал, Скот Уилсон, Нэйтан Тодд, Михаил Науменков китте. Һаҡсы Динар Хафизуллин Нижнекамскиға күсте.
“Салауат Юлаев”тың баш тренеры Виктор Козлов 2025/26 йылғы хоккей миҙгеле тураһында һөйләгәнендә көйәрмәндәрҙең өмөттәрен һүндермәне. “Беҙҙә үткән миҙгелдә осраҡлы уйнамағандарын иҫбатларға тейешле йәш уйынсыларыбыҙ күп. Беҙҙә хәҙер мөмкинектәр командаһы йыйыла, уға үҙенең булдыҡлылығын күрһәтеү һәм раҫлау өсөн форсат сығыр, тип уйлайым”, – тине ул интервьюларының береһендә.
Ләкин баш тренер команданың уйын стилен үҙгәртергә йыйынмай, сөнки был, уның инаныуынса, “заманса хоккейҙың талабы, ул етеҙ ҙә, команда уйыны ла булырға тейеш. Үткән миҙгелдә беҙҙең өс моменттан сәкән һуҡҡан форвардтарыбыҙ бар ине. Уйынсыларыбыҙҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, майҙандың һәр участкаһында һәр момент өсөн көрәшкә баҫым яһаясаҡбыҙ. Моменттарҙың һаны менән алдырырға тырышасаҡбыҙ. Беҙ һәр тренировкала даими чемпионатта кәрәк була торған күнекмәләрҙе нығытабыҙ”.
Миҙгел алды ярыштарындағы иң тәүге уйында “Автомобилис”тан еңелде. Уның ҡарауы Иван Ромазан Мемориалының тәүге матчында Магнитогирскиҙың “Металург”ын 5:2 иҫәбе менән отоп ҡуйҙы. Голдарҙы Максим Кузнецов, Александр Жаровский, Егор Сучков, Илья Федотов һуҡты. Виктор Козлов уйындан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе: “Һәйбәт матч. Бөтә уйында һәйбәт тиҙлек булды. Яңы уйынсыларыбыҙ, йәштәр һәм өлкәндәр тураһында фекер йөрөтөү өсөн дәлилдәр тупланды. Оборонала һәм һөжүмдә матчтың бөтөнлөгө һаҡланды”.
Башҡортостан хоккейҙы ярата. “Салауат Юлаев” командаһы элекке йылдарҙағы ҡаҙаныштары менән күптәрҙә хоккейға һөйөү тәрбиәләне. Яҡшы уйынды баһаларға өйрәтте. Улай ғына ла түгел, шәп хоккейға күнектерҙе. Шунлыҡтан “СЮ” көйәрмәндәре клуб алдында барлыҡҡа килгән ауырлыҡтарҙың ваҡытлыса булыуына өмөтләнә. Күп йылдар иң-иңдәр араһында килгән команда нисек инде хәҙер бирешһен ти! Ул бит беҙҙең милли батырыбыҙ исемен йөрөтә. Батырыбыҙ ҙа, командабыҙ ҙа беҙҙең өсөн ҡаҡшамаҫ абруй. Шулай түгелме ни?