+13 °С
Облачно
Спорт
20 Февраля , 06:45

Башҡорт хоккейсыһы халҡының данын бөтөн донъяға тарата!

Башҡорт хоккейсыһы халҡының данын бөтөн донъяға тарата!Башҡорт хоккейсыһы халҡының данын бөтөн донъяға тарата!
Башҡорт хоккейсыһы халҡының данын бөтөн донъяға тарата!

Америка Ҡушма Штаттарының Милли хоккей лигаһы беренселегендә «Бостон» менән «Нью-Йорк Рейнджерс» хоккей командаларының матчы тәүгеһенең файҙаһына 10:2 иҫәбенә тамамлана. 10 шайбаның 4-һен ҡапҡаға «Бостон»дың һөжүмсеһе башҡорт егете Марат Хөснөтдинов индерә! Был ҡаҙанышҡа Марат быйыл 10 ғинуарҙа үткән матчта өлгәшә. Быға тиклем форвардтың дубле лә булғаны юҡ ине, ҡапыл килеп покер эшләне, тип, хоккей көйәрмәндәре һоҡланыша. 2021 йылдың ноябренән алып Хөснөтдинов “Бостон”да покер һуҡҡан беренсе уйынсы булды. Уға тиклемгеһенә Патрис Бержерон өлгәшкән булған.
Марат элекке интервьюларында туғандарының бөтәһе лә башҡорт булыуы, йылына бер булһа ла Өфөгә олатаһы менән өләсәһе янына килеп китеүе тураһында һөйләгәне бар.
Уның биографияһына күҙ һалайыҡ. Марат 2002 йылдың 17 июлендә Мәскәүҙә тыуған, 23 йәштә. Атаһы Азамат ағай — хәрби кеше, хоккейҙы бик ярата. Улын дүрт йәшлек сағында уҡ Зеленоград ҡалаһының «Орбита»һы боҙона алып бара. Малайға хоккей уйнау оҡшап төшә, бәләкәс булһа ла, тырышып, күнегә башлай. Шунан бер килке әсәһе улын көн дә «Аҡ айыуҙар» спорт мәктәбенә йөрөтә. Малай бында тренер Геннадий Курдин етәкселегендә шөғөлләнә. Мәскәүҙә «аҡ айыуҙар» иң билдәле команда була, ҡалала барған уйындарҙа еңелеү белмәй. Тик спорт мәктәбенең хужаһы алмашына, унда шөғөлләнгән малайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең күбеһе Мәскәү янындағы «Витязь» клубына күсә. Хөснөтдинов та шунда бара.
Подольскиҙа 12 йәшлек Марат үҙе кеүек уйынсылар менән интернатта йәшәй. Тренер уларҙы күнекмәгә йөрөтә. Марат уйнаған балалар командаһы бөтә төр турнирҙарҙа еңеүсе булып йөрөй. Команда хатта Канадалағы Pee-Wee турнирында еңеү яулай.
2017/2018 йылғы миҙгелдә Марат “Витязь”дең йәштәр командаһында иң яҡшы бомбардир һәм ассистент булып таныла. Халыҡ-ара кимәлгә егет Рәсәй йыйылма командаһы составында сыға, 17 уйында 19 мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә 19 уйында 31 мәрәй ала. 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында ҡатнашып, Рәсәй командаһының алтын миҙалдар яулауына тос өлөш индерә.
Хөснөтдинов үҫмерҙәрҙең Глинка-Грецки кубогында Рәсәй командаһының капитаны була. Команда еңеү менән ҡайта. Киләһе етди турнирҙа – 2019 йылғы “Вызов” донъя Кубогы беренселегендә лә спортсы алтын миҙал яулай.
Юниорҙарҙың донъя чемпионатынан һуң Маратты Санкт-Петербург СКА-һына димләйҙәр. Американың «Эри Оттерс» клубынан да саҡырыу килә. Яҡындары, тренерҙары менән кәңәшләшкәндән һуң егет Рәсәйҙә ҡалырға була.
Уңышлы сығыштар дауам итә. 2020 йылдың 5 ноябрендә “Карьяла” Кубогы өсөн алышта Марат үҙәк һөжүмсе сифатында Рәсәй йыйылма командаһында уйнай. Дебют матчында спортсы ҡаршы яҡ ҡапҡаһына шайба индерә.
2021 йылдың декабрендә СКА һөжүмсе менән контрактты оҙайта.
КХЛ-да Марат СКА-нан һуң “Сочи” клубында уйнай, “Сочи” плей-офҡа инә алмағас, Америкаға “Миннесота” клубына китә. Былтыр уны, икенсе бер уйынсыға алмаштырып, “Бостон” командаһына алалар.
Ағымдағы миҙгелдә тренер булып немец Марко Штурм килә. Уның ҡул аҫтында Мараттың уйы­ны бермә-бер яҡшыра. Ул мәрәйҙәр йыйыуын дауам итә. Әле беренсе звенола уйнай.
Башҡорт халҡының данын арттырыусы атаҡлы сәкәнсе Марат Хөснөтдиновҡа артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә насип булһын.

Фото: Jacques Boissinot/Keystone Press Agency / globallookpress.com

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас