-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март , 15:14

Изге айҙа – изге ғәмәл

ХАТ-ХӘБӘР Беҙҙең Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында математика, физика һәм информатика аҙналығы үтте. Аҙналыҡ сиктәрендә математика уҡытыусыбыҙ Мостафин Айрат Фәруҡ улы шашка ярышы үткәрҙе.

Изге айҙа – изге ғәмәл
Изге айҙа – изге ғәмәл

Беҙҙең Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында математика, физика һәм информатика аҙналығы үтте. Аҙналыҡ сиктәрендә математика уҡытыусыбыҙ Мостафин Айрат Фәруҡ улы шашка ярышы үткәрҙе.

Ярышты ойоштороусы ла, финанслаусы ла ул үҙе.
Турнирҙа 1–9-сы синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Беренсе көндә 1–4,

икенсе көндә 5–7,

өсөнсө көндә 8–11-се синыфтар көс һынашты.

Ә дүртенсе көндә 1, 2, 3-сө урындарҙы алыусылар үҙ-ара ярышты һәм абсолют еңеүсене асыҡланы.

Уйын бик ҡыҙыу барҙы. 6-сы “В” синыфы уҡыусыһы Әйүпов Илһам абсолют еңеүсе булды. Ул барлыҡ ҡатнашыусыларҙы еңде, хатта үҙенән ҙур синыфтарға ла бирешеп торманы.

Айрат Фәруҡ улы, Илһамды ҙур еңеүе менән ҡотлап, кубок, миҙал һәм грамота тапшырҙы. Беҙ ҙә Илһамды еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

 Башҡа финалсылар ҙа грамота һәм миҙал менән бүләкләнде.
Шашка турнирына килгәндә уҡытыусыбыҙ үҙе бына нимә ти: "Күптәр, бәлки, уйлайҙыр: шәшке лә булдымы уйын, тип. Күп балалар шундай фекер менән килгәйне. Әммә-ләкин әҙ-мәҙ оҫталыҡ дәресе күрһәткәнемдән һуң фекерҙәре тулыһынса үҙгәрҙе — бында ла, шахматтағы кеүек,  нескәлектәре бик күп! Аллаһ бойорһа, шахмат кеүек, был уйындың да данын күтәреү ниәтем бар! Был юлы турнир гимназиябыҙ кимәлендә генә үтһә, икенсе юлы уны район, хатта ҡала кимәлендә үткәрергә  тигән маҡсатыбыҙ бар”, – тине ул йылмайып.
Айрат Фәруҡ улына афарин, тибеҙ, изге Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә лә әйләнеп ҡайтыр.


Азалия КӨМӨШБАЕВА,

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Изге айҙа – изге ғәмәл
Изге айҙа – изге ғәмәл
Изге айҙа – изге ғәмәл
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас