

Азалия Килмөхәмәтоваға һигеҙ йәш. Ул Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында 2-се синыфта уҡый.
Азалия бәләкәс кенә сағынан спортҡа ылыға. Дүрт йәшенән алты йәшенә тиклем “Авангард” гимнастика үҙәгендә шөғөлләндә.
2023 йылдың апрелендә Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә башлай. Ике ай һынау дәрестәренә йөрөп, һайлап алыу турын үтә.
Азалияны яҙмыш театр менән дә бәйләй. 2023 йылдың 4 октябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡуйған “Килен” спектакленең премьераһында Йәмилә ролендә сәхнәгә сыға ул. Театрҙың өс сезонында уңышлы сығыш яһап килә Азалия. Театр менән Ҡазанға һәм Башҡортостандың бик куп райондарына гастролдәргә лә сыға. Ни тиклем яуаплылыҡ, ни тиклем сабырлыҡ кәрәк ҙур театрҙың талаптары буйынса йәшәүгә!
Фигуралы шыуыу ҙа Азалияның төп шөғөлө булып ҡала. Быйыл 28 февралдә ул, Ҡазанда уңышлы сығыш яһап, фигуралы шыуыу буйынса 3-сө үҫмерҙәр разрядын ала. Талантлы ҡыҙ Өфө, Күмертау, Ырымбур, Яр Саллы, Ҡазан ҡалаларында сығыш яһап йөрөй. Азалия “Әй Йола” төркөмө йырына башҡортса номер менән боҙҙо иңләй.
Артабан да Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына сығыш яһарға йөрөргә тигән пландар менән йәшәй ғаилә. Азалияның уңыштары нигеҙендә уның әсәһенең дә ҙур тырышлығы ята.
Азалияға сәхнәлә лә, боҙҙа ла, шулай уҡ уҡыуында ла яңынан-яңы ҡаҙаныштар, ихтыяр көсө һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фотоларҙа: Азалия боҙҙа; Азалия "Килен" спектаклендә һәм спектаклдән һуң сәхнәләш артист ағай-апайҙар менән.
ФОТО: ғаилә архивы.