Башҡортостанда һауа торошо яҙ башынан бирле үҙгәреүсән. 1 мартта төбәктә - 30 градуслыҡ һыуыҡтар булды, өс көн үткәс, ҡар бурандары килде, термометр билдәһе - 10 градусҡа тиклем төштө.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикаға ысын яҙ 20 марттан һуң килә. Нәҡ шунда һауа температураһы плюс билдәһе менән буласаҡ. Атап әйткәндә, 20 мартта көн + 2 градусҡа тиклем йылый, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ошондай уҡ һауа торошо яҡынса март аҙағынаса һаҡланасаҡ. Апрель башында, март менән сағыштырғанда, һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр булыры көтөлмәй.