+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Август 2019, 15:10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан, ямғыр һәм елдең тиҙлеге 21-26 метрғаса етеүе хаҡында иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы томан шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш бирә.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 1 августа, көндөң беренсе яртыһында республикала урыны менән 500-1000 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы томан шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш бирә.
«Юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһына ярашлы, ҡурҡыныс аварияларҙың өстән беренән ашыуына тап томанда күреү мөмкинлегенең кәмеүе сәбәпсе. Томан шарттарында йөрөтөү стажы һәм хатта иң шәп автомобилдәрҙең техник мөмкинлектәре фажиғәнән араламауы ихтимал. Томанда хәрәкәт иткәндә уң яҡтан барырға, ҡаршы һыҙат буйынса уҙмаҫҡа кәрәк», — тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
1 августа Башҡортостанда көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен, елдең тиҙлеге секундына 21-26 тиклем етеүе фаразлана.

Читайте нас: