-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
14 Август 2019, 11:41

Ишембай районында ла балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуын теркәгәндәр

Башҡортостанда сираттағы тапҡыр балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлгән.

Башҡортостанда сираттағы тапҡыр балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Был юлы белгестәр Ишембай районының Карасевка ауылы күлендә үле балыҡтар тапҡан. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, һыу өлгөһөн анализлау бысратыусы матдәләрҙең барлығын асыҡлаған, тип хәбәр итә Sterlitamakcity.
«Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор органдары халыҡтың скважина һәм ҡоҙоҡ һыуын тикшереүгә ала. Карасевка һәм Үрнәк ауылдарында һыу билдәләнгән талаптарға тап килмәй тип уйлаған һәр кем Роспотребнадзор органына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Контролдә тотоусы орган һыу өлгөһөн тикшерергә тейеш», — тиелә ведомство белдереүендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы айҙа был — республика һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуының дүртенсе осрағы. Бынан алда Иҙәк йылғаһында, Талбазы ауылы күлендә ошондай хәл теркәлде. Яңыраҡ белгестәр Өфөләге Ағиҙел йылғаһына нефть продукттарының эләгеүен асыҡланы.