-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Сентябрь 2019, 11:56

Ҡарлы ямғыр тәҙрәмә һыланасаҡ. Ял көндәре өйҙән сыҡмам.

Алдағы өс көн ҡар ҡатыш ямғыр яуа тип фараз итә синоптиктар.

Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Бөгөн республикала болотло буласаҡ. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы +4-9 градус.
28 сентябрҙә төндә йәнә ямғыр һәм ҡар рәүешендә яуым-төшөм көтөлә, урыны менән бер аҙ, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 3 градус һыуыҡтан 2 градусҡаса йылы буласаҡ, көндөҙ — 2-нән 7 градусҡаса йылы.
29 сентябрҙә Башҡортостанда урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Температура төндә — 5 градус һыуыҡтан 0-гә тиклем, көндөҙ + 4-9 градус.

Читайте нас: