-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Сентябрь 2019, 19:50

Октябрь айында беҙҙә әбейҙәр сыуағы - 2 буламы?

Һауа температураһы +16 градусҡа тиклем күтәрелә тип фараз итә синоптиктар.

Иртәгә 1 октябрь республикала урыны менән ҡар, ямғыр яуып үтеүе ихтимал. Ел талғын, ләкин ваҡытлыса көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ 11-13 градус йылы буласаҡ.

2 октябрь бер аҙ ямғыр һибәләп үтер, ел талғын. Температура төнөн 2-7 градус йылы, төнөн 11-16 градусҡаса йылыта.
Башгидрометцентр хәбәр итеүенсә октябрь айынын беренсе көндәрендә беҙҙең республикала юғары һауа баҫымы хөкөм итәсәк. Шуға күрә яуым-төшөм көтөлмәйәсәк, һауа температураһы 2-4 градусҡаса норманан юғары буласаҡ.

Ҡыш, килмәй тор! Баҡсала эштәр күп әле.


Фото: Айназа Ямалова Дыуан районы, Иҫке Хәлил ауылы

Читайте нас: