+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
4 Октябрь 2019, 13:02

Ыста! Бөгөн 20 градус йылы була!

Башгидрометеорология хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн һауа температураһы 20 градусҡа хәтлем йылына.

Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло, йылы, яуым-төшөмһөҙ булыуын фараз итәләр. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, көндөҙ +15, +20 градусҡа тиклем йылына. Һыу төшһәң дә була инде!

Фото: Заһиҙә Рәжәпова, Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.
Читайте нас: