«Аҙна аҙағында Волга буйы федераль округында ҡыш алдынан була торған һауа торошо урынлашасаҡ. Һауа температураһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән яҡынса ике-өс градусҡа түбән булмаҡсы. Шишәмбенән башлап республикала ныҡлап һыуыта башлай, аҙна уртаһында төнгө температураның нулгә яҡын булыуы көтөлә, аҙнаның икенсе яртыһында көндөҙгө сәғәттәрҙә плюс 1-6 градустан артмай, ямғырға епшек ҡар ҙа ҡушыла. Ял көндәрендә төндә 0 — минус 5 градусҡаса һыуыта», — тине Елена Волосюк.