Башгидрометеорология хеҙмәте көндәрҙең һалҡынайтыуын фаразлай. 18 октябрҙә төндә ямғыр, республиканың төньяҡ райондарында ҡар ҡатыш яуыуы көтөлә. Көндөҙ ҙә ямғыр була. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә 0,+5, көнсығышта -5-кә тиклем, көндөҙ +5,+10 градус.
19 октябрҙә лә төндә ҡар ҡатыш ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа ямғыр. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4, аяҙытҡанда -8-гә тиклем, көндөҙ +1,+6 градус.
Ҡышҡы кейем кейергә ваҡыт еткән ахыры. Бейәләй, кәпәс һәм йылы итек кәрәк була.
фото: Тәнзилә Таһирова. Йылайыр районы Һабыр ауылы.