Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда алдағы өс көндә һауа температураһының ярайһы уҡ түбәнәйеүе көтөлә.
Бөгөн төбәктә аяҙлы-болотло, ямғыр, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Ел - көнсығыштан талғын. Көндөҙ 0 гардустан -5 градусҡаса, көньяк райондарҙа +10 градусҡа тиклем йылы.
31 октябрҙә ҡарлы ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ, еүеш ҡар көтөлә. Ел көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ ҙә, төндә лә -3 — +2 градус.
1 ноябрҙә Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, юлдарға боҙлауыҡ ятыуы бар. Һауа температураһы - төндә — 5-10 градус, көндөҙ — минус 1-6 градус.