+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Ноябрь 2019, 16:48

Ял көндәрендә минус 15-кә тиклем туңдыра!

Октябрҙә яуған ҡар тиҙ ирей, тиҙәр.Ысынлап та шулаймы икән? Синоптиктар халыҡ ырымы менән бер ҙә килешмәй, шикелле.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 1 ноябь кисендә һауаның башлыса болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә, ти. Төнгә ҡарай минус 6 градусҡа тиклем туңдыра.

2-3 ноябрҙә республикала урыны менән ҡар яуасаҡ, трассаларҙа урыны менән боҙлауыҡ буласаҡ. Төндә температура минус 4-тән минус 9 градусҡаса, аяҙытҡанда 15 градусҡа тиклем туңдырасаҡ. Көндөҙ 0 градустан минус 5-кә тиклем. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, имен йөрөгөҙ!
Фото авторы - Лиана Маликова, Бөрйән районы Байназар ауылы.



Читайте нас: