+14 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
5 Ноября 2019, 06:17

Көндәр йылыта

Бөгөн Башҡортостанда һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүе көтөлә.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 5 ноябрҙә республикала аяҙлы-болотло, урыны менән аяҙ буласаҡ. Температура көндөҙ минус 1-ҙән плюс 4-кә тиклем.


Урыны менән епшек ҡар, ямғыр яуыуы, юлдарға боҙлауыҡ ятыуы көтөлә.


Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән.


Алдағы ике көндә тағы ла йылытасаҡ. Кесе йомала республикала 5-10 градус йылы көтөлә.



Фото авторы:Диана Зәйнуллина, Бөрйән районы, Байназар ауылы.
Читайте нас