Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошо ҡатмарлаша тип иҫкәртә.
Башгидрометцентр 11 ноябрь кисенән алып 12 ноябрҙың кисенә хәтлем республикала аяҙлы-болотло, урыны менән рашҡы яуыуы, боҙлауыҡ һәм томан көтөлә тип хәбәр итә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға етә. Һауа температураһы төндә 0,-5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем һыуытасаҡ. Көндөҙ -1,+4.
Автомобиль юлдарында томан төшкәндә күреү мөмкинлеге насарайыуы ихтимал.