Башгидрометцентр хәбәр итеүенсә һауа шарттарының боҙолоуы атмосфера фронтының күсеүе менән аңлатыла. 19-20 декабрҙә епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Ел секундына 17-22 метрға тиклем көсәйәсәк.
Юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы, боҙлауыҡ көтөлә. Кәрәкмәһә юлға сыҡмағанығыҙ хәйерле.
21-22 декабрь иһә һауа торошо үҙгәрә һәм көндәр һалҡынайта.
Илүзә Айытбаева фотоһы (Бөрйән районы, Байназар ауылы) .