+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Декабрь 2019, 12:15

Ә һеҙгә МЧС-тан хәбәр килдеме?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты бөгөн көслө ел сығасағы тураһында иҫкәртә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты бөгөн көслө ел сығасағы тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар күҙаллауынса, бөгөн көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа елдең көньяҡ-көнсығыштан 18 м/с тиклем көсәйеүе бар. Бофорт шкалаһы буйынса, секундына 17-20 метр иҫкән ел “буран” тип иҫәпләнә. Бындай киҫкен ел ағас ботаҡтарын һындырып төшөрә ала. Шулай уҡ бөгөн боҙло ямғыр яуыуы бар.
Халыҡҡа бөгөн бик ныҡ кәрәкле йомошо булмаһа, өйҙән йәки башҡа бинанан сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Был иҫкәртеү балаларға айырыуса ныҡ ҡағыла.
Ләйлә Ғаянова һүрәте.
Читайте нас: