Ҡасанға тиклем былай буласаҡ? Ҡыш ҡайҙа булған? Әллә Ер шарын катаклизмдар көтәме? Юҡ, ти синоптиктар. Ошо аҙна түҙһәгеҙ, һыуыҡтар әйләнеп ҡайтасаҡ. Һауа температураһы төндә уртаса -6 градус буласаҡ. Көндөҙ иһә +1,-4 градус. Аҙна буйына ҡар, ямғыр яуыуы көтөлә, боҙлауыҡ. Тик аҙна аҙағына ғына яуым-төшөм кәмей һәм -15 буласаҡ.