Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
22 Ғинуар 2020, 17:16

Бесәй танауын ҡаплаһа... Йәки ҡышҡа бәйле һынамыштар

Башҡорт халҡы тирә-яҡты күҙәтеп, аҙаҡ ҡыҙыҡлы ғына һынамыштар уйлап сығарырға әүәҫ. Ә улар йыш ҡына тормошҡа ашып ҡуя бит!

Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.

Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.

Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.

Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.

Ҡояш ҡолаҡланһа(эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.

Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.

Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.

Ат ҡуршылдаһа – буранға.

Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.

Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.

Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.

Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.

Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.

Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.

Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.

Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.

Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер.

Икенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ иртә килер һәм йылы булыр.

Икеһендә иртә менән ҡар яуһа – ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, кис менән ҡар яуһа – һуң сәмкәне уңыр.

Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

Февралдә һыуыҡ; “Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», - тип әйтер, имеш.

Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.

Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.

Ҡаз суҡышын шыҡылдатһа – һыуыҡҡа.

Йондоҙҙар йыш күренһә, аяҙ булыр.

Беренсе ғинуар көн йылы булһа, арыш уңыр.

Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр,әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.

Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡбулыр.

Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.

Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа –һалҡын бюулыр.

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.

Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.