+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Ғинуар 2020, 19:56

МЧС иҫкәртә: бурай-бурай буран килә!

Алдағы ял көндәрендә республикала һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Синоптиктар әйтеүенсә, шәмбе көнө Башҡортостанда урыны менән елдең 18 м/с менән көсәйеүе, буран сығыуы көтөлә.

Юлға сығыусылар айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә – 500-1000 метрҙан юл бик насар күренә. Юлдарға көрт ятыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ – 4,-9 градус.
25 ғинуарҙа төндә һауа болотло, урыны менән аяҙайыусан. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы минус 9-14 градус, аяҙайтҡанда – 20 градусҡаса туңдыра. Ҡар яуыуы, буран сығыуы ихтимал.
Йәкшәмбе көнө, 26 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Төндә ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы ихтимал. Юлдарға көрт, боҙлауыҡ ятыуы бар. Һауа температураһы көндөҙ -3,-8, ә төндә – -5,-10 градус.
Читайте нас: