+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Ғинуар 2020, 16:28

Һауа шарттары тотороҡһоҙ ҡала

Алдағы көндәрҙә -30 градусҡаса һалҡындар, ә бөгөн кис көслө буран көтөлә.

Бөгөн ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7,-12 градус була.
28 ғинуарҙа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем, көндөҙ -12,-17.
29 ғинуарҙа, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән еңелсә ҡар. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -19,-24, урыны менән -30 градусҡаса, көндөҙ -10,-15.
Лилиә Салауатова фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас: