Гидрометеорология үҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренсә, Башҡортостанда, Киров өлкәһендә, Пермь крайында, шулай уҡ Һарытау өлкәһенең көнсығышында, Уралдың көньяғында, Төмән өлкәһенең көньяғында, Омск өлкәһендә, Иркутск өлкәһенең төньяғында, Байкал аръяғында, Приморьела, Сахалиндың көньяғында яуым-төшөмдөң аҙ булыуы фаразлана.
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә март айы минус ун градусҡаса һалҡын булыуы ихтимал. Климат билдәләмәһе буйынса март – ҡышҡы ай, шуға күрә температураның түбәнәйеүен ниндәйҙер ғәҙәти булмаған хәл тип ҡабул итергә кәрәкмәй.