+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Март 2020, 18:23

Яҙғы боҙға, ярҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға, көҙгөләй булһа ла, ышан!

Халыҡ төрлө әйтемдәрҙе юҡ-барға уй­лап сығармай бит ул. Бына яҙ ҙа килеп ет­те һәм йылға-күлдәрҙе ҡаплаған боҙҙар мур­тайҙы. Әгәр ошо хаҡта белмәһәгеҙ һәм уйламайынса боҙ өҫтөнә барып сыҡһағыҙ - бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Сөнки яҙғы ҡояш­тың нурҙарына, йылы елгә көндөҙ боҙ ирей, ә аҫтан уны һыу ағымдары соҡой. Шул сәбәпле боҙ ҡатламында ваҡ тишектәр, күҙәүҙәр бар­лыҡҡа килә. Ә төнөн боҙҙоң өҫтө яңынан туңып ҡата һәм алдаҡсы күренеш барлыҡҡа килә.

Боҙ мурт булған урындар:

  • Аҡһыл тоноҡ төҫлө
  • Өҫтөндә ҡар ятҡан (ҡар ирегән боҙҙоң кире туңыуына ҡамасаулай)
  • Ҡамыш йәки башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән майҙандар
  • Һыу ағымы көслө булған, туҡтауһыҙ ел өргән ерҙәрҙә
  • Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт боҙ өҫтөнән йылға аша сығырға, йәки боҙ өҫтөндә ултырып, балыҡ тоторға ла тура килә. Был хәлдә ҡурҡынысты нисек мөмкин тиклем кәметергә һуң? Берен­сенән, төндә, томан, ҡар йәки ямғыр ваҡытында боҙ өҫтөнә аяҡ баҫмаҫҡа. Икенсенән, йылға- күлдәрҙе боҙ аша сыҡҡанда кешеләр тапаған һуҡмаҡтар, саңғысылар юлынан барыу хәүеф­һеҙерәк. Әгәр улар булмаһа, боҙға баҫыр алдынан барасаҡ юлығыҙҙы ентекле ҡарап алы­ғыҙ. Өсөнсөнән, төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кешеләр араһында кәмендә 5-6 метр арауыҡ булырға тейеш! Дүртенсенән, бер ҡасан да боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән баҫып тик­шермәгеҙ! Бының өсөн махсус оҙон таяҡ ҡул­ланырға кәрәк. Әгәр таяҡ менән һуҡҡан урын­дан һыу килеп сыға икән, яйлап ҡына, аяғығыҙҙы боҙҙан шыуыштырып ҡына килгән яғығыҙға кире китегеҙ. Әгәр ҙә боҙҙоң аяҡ аҫтығыҙҙа шытырлауын ишетһәгеҙ һәм уйылыу ихтималлығын тойһағыҙ, ятығыҙ һәм шыуышып китегеҙ.

    Әгәр ҙә үрҙәге әйтелгәндәрҙе һанға һуҡ­май барып, боҙ уйылып китһә, нимә эш­ләргә?

    Әгәр ҙә үрҙәге әйтелгәндәрҙе һанға һуҡ­май барып, боҙ уйылып китһә, нимә эш­ләргә?
    • Паникаға бирелмәҫкә!
    • Сәбәләнеп, йоҡа боҙға бөтөн ауырлы­ғығыҙ менән ятып маташмағыҙ, сөнки ул ярылып тик торасаҡ һәм һеҙҙең хәлегеҙ тиҙерәк бөтәсәк;
      • Баштан-аша һыуға суммаҫ өсөн ҡулда­рығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйеп ятығыҙ, сөнки тән йылыһының 75% тиклем баш аша сы­ғып китә. Ә сәбәләнгән һайын тәнегеҙ йы­лытып өлгөргән һыу ситтән һыуығы менән алмашынасаҡ һәм һеҙ тиҙерәк өшөйәсәк­һегеҙ.
      • Боҙ ситенә терһәктәр менән таянып, тәнегеҙҙе йөҙгәндәге кеүек горизонталь торошҡа килтерергә тырышығыҙ;
      • Боҙ ситенә яҡыныраҡ килеп аяғығыҙҙы боҙға һалғандан һуң һыуҙан тәгәрәп сығы­ғыҙ;
      • Шыуышып, мөмкин тиклем хәүефле урындан ситкәрәк китегеҙ.
      • Эргә-тирәлә кешеләр булһа, ярҙамға саҡырығыҙ!
      • Хәүефһеҙ урынға барып еткәс, кейе- мегеҙҙе сисеп һығып алығыҙ, шунан кире кейегеҙ.
        • Әгәр һеҙ берәйһенең боҙ аҫтына төшөп киткәнен күрһәгеҙ, шунда уҡ боҙға ятығыҙ һәм уға ярҙамға киләсәгегеҙҙе ҡысҡырып әйтегеҙ. Был уға көс өҫтәйәсәк. Ярҙамға мотлаҡ шы­уышып барығыҙ. 3-4 метр ҡалғас, бер-береһенә бәйләнгән ҡайыш, ыштан, шарф кеүек нә­мәләр менән, әгәр ҡулығыҙ аҫтында таяҡ, бау йәки таҡта кеүек нәмәләр булһа, шулар менән уны һыуҙан тартып сығарығыҙ. Боҙ емерелгән урынға ныҡ яҡын барыу, бәләгә тарыусыға ҡул биреп сығарырға маташыу хәүефле, сөнки үҙегеҙ ҙә төшөп китеүегеҙ ихтимал. Ҡул аҫ­тығыҙҙа мобиль телефон булһа, берәйһен яр­ҙамға саҡырырға ла онотмағыҙ!

          Мансур Ҡаҙаҡаев. Ләйлә Ғаянова һүрәте.
          Читайте нас: