Архангель районы Абҙан ауылы урамдарын һыу баҫҡан. Инйәр йылғаһы күтәрелгән. Ауыл кешеһе юл аша сығыр өсөн атҡа менеп сығырға ынтылған, тик ат өсөн дә һыу тәрын икән. Шулай уҡ был райондың Тәүәкәс ауылының бер нисә ихаталәры ла һыу аҫтында ҡалған.
Әйтергә кәрәк, былтыр Архангель районы Оҙондар ауылы янында Инйәр йылғаһы йыл да ауыл зыяратының ерен йыуып торғас, уның һыу юлын үҙгәрттеләр.
фото: Абҙан ауылы, Полковник Хәбиров урамы