+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
7 Май 2020, 12:40

Алдағы ял көндәрендә һауа торошо

9 майҙа республикала яуым-төшөм күҙалланмай. Һауа температураһы 28 градусҡаса күтәрелә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Еңеү көнө ҡояшлы, эҫе булмаҡсы. Ел - көньяк-көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Бөгөн төндә көнсығыш райондарҙа төндә +3 градусҡаса һалҡынайтыуы ихтимал. Республика буйынса уртаса температура - +8,+13 градус. Көндөҙ 23-28 градусҡа тиклем йылы булмаҡсы. Бындай температура алдағы өс көндә һаҡланасаҡ.
Бындай ҡоро шарттарҙа янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта, шуға күрә урманға, ҡырға сығып, усаҡ яҡмауығыҙ хәйерле.
"Башгидромет" хәбәр итеүенсә, 10 майҙан республикаға йәшенле ямғырҙар килә. Һауа температураһы бер аҙ төшәсәк, әммә барыбер норманан 4-5° юғары буласаҡ.
Фото авторы - Баймаҡ районы Күсей мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Гөлүзә Латыпова.
Читайте нас: